Заманса ҡорамал нейрохирургияла һәм арҡа хирургияһында, травматологияла, тубыҡ һәм янбаш быуындарын протезлауҙы башҡарғанда ҡулланыла. Был берҙәм программа-инструменталь комплекс хирургҡа төрлө ҡатмарлыҡтағы нейрохирургик операцияларҙы башҡарырға ярҙам итә.
-Навигация ҡорамалы баш мейеһендә юғары технологиялы нейрохирургик операциялар яһау өсөн тәғәйенләнгән, - ти медицина учреждениеһының баш табибы Андрей Палтусов. – Программаға идара итеү монитор экранында бара, был операция мәлендәге эште еңелләштерә һәм ваҡытты ҡыҫҡарта.
Система хирургик операцияларҙы үткәргәндә анатомик структураларҙың аныҡ урынлашыуын тәьмин итә. Стереотаксик хирургия башлыса баш мейеһе нейрохирургияһында, инструменттың тейешле зонаға теүәл алып барып еткерелеүен тәьмин итеү өсөн ҡулланыла, пациенттың сәләмәтлегенә зарар килтереү хәүефенән аралай.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, медицина учреждениеларын юғары технологиялы ҡорамалдар менән тәьмин итеү, хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткесен кәметеү, һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу бурысы ҡуйылды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.