Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Кино фонды тарафынан булдырылған 500 меңгә тиклем халҡы булған ауыл-ҡалаларҙағы кинозалдарға ярҙам итеү буйынса конкурс бихисап яңы мөмкинлектәргә юл асты. Унда Башҡортостандың район һәм ҡалалары ла теләп ҡатнаша.
Ошо конкурста еңеү яулап, былтырғы йыл аҙағында Әлшәй районы үҙәге Раевка ауылында 400 урынға иҫәпләнгән заманса яңы кинозал асылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.
Кино фонды тарафынан ойошторолған федераль конкурста әлшәйҙәр өс йыл рәттән ҡатнашып ҡарай һәм, ниһайәт, уларға бәхет йылмая – биш миллион һум күләмендә грант отоуға өлгәшәләр! Был суммаға 2 миллион 300 мең һумлыҡ проектор, башҡа төрлө заманса ҡорамалдар, тауыш аппаратураһы, 3D-күҙлектәр алына, Социаль-мәҙәни үҙәктең (район мәҙәниәт йортоноң) тамашалар залы кино ҡарау өсөн ҡулайлаштырыла.
– Әлеге ваҡытта көнөнә һигеҙ тапҡыр сеанстар тәҡдим ителә, халыҡ теләп йөрөй. Билет хаҡтары ла ҡиммәт түгел – 100–150 һум. “Башҡортостан” киностудияһы менән килешеү нигеҙендә үҙебеҙҙә төшөрөлгән кинофильмдар шунда уҡ төбәктәргә лә ебәрелә. Әле бына Айнур Асҡаровтың Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөргән “Өс таған”ын күрһәтә башланыҡ. Кино һөйөүселәр бик йылы ҡабул итте, – тип һөйләне киномеханик Ринат Тимербулатов.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.