Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Март 2021, 09:32

Яңы светофорҙар эшләй башлай

Стәрлетамаҡтағы Октябрь проспекты менән Артем урамы киҫелешендә подряд ойошмаһы быйыл тәүге светофор объектын ҡуя башланы.

Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла. Светофор сигналды ҡабатлау ҡулайламаһы менән йыһазландырыла.

Милли проект нигеҙендә 2021 йылда ҡалала 12 светофор объекты барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ 12 километр юлды ремонтлау күҙаллана. Статистикаға ярашлы, былтыр Стәрлетамаҡта кеше ғүмерен ҡыйған юл фажиғәләре һаны элгәре йыл менән сағыштырғанда 50 процентҡа кәмегән.

Быйыл Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында 250 километрҙан ашыу юлды норматив хәлгә килтереү күҙаллана. Шулай уҡ световор объекттары, барьер һәм йәйәүлеләр өсөн ҡоймалар, юл билдәләре ҡуйыла, тротуарҙар тәртипкә килтерелә һәм юл хәрәкәтен ойоштороуҙың башҡа техник саралары ғәмәлгә индерелә.

Фото: sterlitamakadm.ru

Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: