Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Март 2021, 11:44

Фермер хужалыҡтары башлыҡтары уҡый

Төркөмдәр “Умартасылыҡ” һәм “Һыу ҡошо” белгеслектәре буйынса ойошторола.

Башҡортостанда фермер хужалыҡтары башлыҡтарын бушлай уҡырға саҡыралар. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән берлектә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының юғары йәки урта профессиональ белемле башлыҡтарын һәм ағзаларын профессиональ ҡайтанан әҙерлек программаһы буйынса уҡырға саҡыра. Төркөмдәр “Умартасылыҡ” һәм “Һыу ҡошо” белгеслектәре буйынса ойошторола.

Уҡыу Башҡортостан дәүләт аграр университет базаһында 273 сәғәтлек программа буйынса үткәрелә. Уҡыу аҙағынан дипломдар тапшырыла.

Проектта ҡатнашырға 1-нән 17 мартҡа тиклем [email protected] электрон почтаһына ғариза, эссе һәм презентацияны ебәрергә кәрәк.

Был сара республикала эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн мөһим. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Һорауҙарығыҙ булһа, 8(347)-218-05-40 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: