Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Февраль 2021, 11:26

Самир, Әмир, Тамерлан...

Сабыйығыҙға ниндәй исем бирергә белмәйһегеҙме? Ә бына ғинуар айында тыуған әлшәйҙәр араһында шундай исемдәр осрай.

Тағы ла Имран, Элен, Аселя, Ролан, Злата, Артем, Артемий, Тамерлан, Тимур, Илария, Амелия, Әмир, Никита тип исем ҡушҡандар. Иң ҙур баланың ауырлығы 4510 грамм, иң бәләкәйенеке – 2560 грамм.

Быйыл ғинуарҙа - 32 бала (15 ҡыҙ һәм 17 малай) тыуған, ә 2020 йылда 35 булған. 9 пар (2020 йылдың ғинуарында – 12) ғаилә ҡорған, һигеҙе айырылышҡан. Ул ваҡытта ла, хәҙер ҙә атайлыҡты билдәләү тураһында алты акт яҙмаһы теркәлгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булыусылар һаны тыуыусылар һанынан артып киткән . Быйыл 72 кеше вафат булған, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 21-гә күберәк. 26 ир-ат һәм 46 ҡатын-ҡыҙ баҡыйлыҡҡа күскән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр үлем тураһында 728 акт теркәлгән. 395 ир-ат һәм 333 ҡатын-ҡыҙ вафат булған.

Ирина ВЛАДИМИРОВА.
Читайте нас: