Әлшәй хәбәрҙәре
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ғинуар 2021, 12:19

#БеҙБергә акцияһына тос өлөш индергән өсөн

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә #БеҙБергә дөйөм Рәсәй үҙ-ара ярҙам акцияһын ойоштороуға тос өлөш индергән кешеләр бүләкләнде.

Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов ҡала һәм райондарҙағы ирекмәндәр хәрәкәте лидерҙарына, Башҡортостанда акцияның партнерҙарына һәм уны ойоштороусыларға – Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты, “Хәүефһеҙлек мәктәбе” бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе, “Әсәй ҡәһүә ҡайната” кафе селтәре, “Һөйөү менән” балалар хәйриә фонды вәкилдәренә акцияның иҫтәлекле миҙалдарын һәм Рәсәй Президентының почет грамоталарын тапшырҙы.
Әйткәндәй, #БеҙБергә клубы республикала 2020 йылдың 28 сентябрендә эшләй башлағайны. Уның эше өс йүнәлештә алып барыла: өлкәндәргә һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, ғәҙәттән тыш хәлгә тарығандарға ярҙам күрһәтеү, халыҡҡа психологик ярҙам.
Фото: mmps.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: