Уҙған йыл тормошобоҙға килеп ингән дистанцион уҡыу интернет һәм технологияларҙың ни тиклем мөһимлеген һәм беҙ уларға ни тиклем бәйле булыуыбыҙҙы күрһәтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытта киҫкен проблема килеп сыҡты – республикала 1200 ауылдың интернетҡа тоташтырылмағанлығы билдәле булды. Улар араһында Иҫке һәм Бәләкәй Аҡҡолай ауылдары ла бар ине.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, күп кенә ғаиләләрҙә бер юлы бер нисә мәктәп уҡыусыһы, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары дистанцион уҡыуға күскән. Уларҙы компьютер һәм гаджеттар менән генә түгел, беренсе сиратта, интернет менән дә тәьмин итергә кәрәк ине. Мобиль интернет булған, әлбиттә, әммә ул да бөтә ерҙә лә тотмаған. Күп балалы әсә Рәзилә Сиражетдинова әйтеүенсә, йорттарында бер юлы мәктәптә уҡыусы ҡыҙы һәм дүрт студент улы дистанцион рәүештә уҡыған. Төрлө ҡиммәтле көсәйткес-антенналар ҙа һатып алғандар, әммә ул ғына мәсьәләне тулыһынса хәл итмәгән.
Бәхеткә күрә, был ауырлыҡтар артта ҡалған инде. Йыл аҙағында аҡҡолайҙар йортона «Ростелеком» ингән. Компания белгестәре сүс-оптик элемтә линиялары һуҙған һәм хәҙер ауыл халҡы секундына 100 мегабайтҡа тиклем юғары тиҙлектәге интернет-элемтә, интерактив телевидение һәм телефон менән ҡуллана ала. Теләге булғандар видеокүҙәтеү һәм хатта Маруся тип аталған аҡыллы колонка ла урынлаштырған.
Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, ауылдарға юғары тиҙлектәге интернет индереү дауам итәсәк.
“Киләсәктә беҙ һәр ауылда сифатлы интернетҡа ихтыяжды тулыһынса бөтөрәсәкбеҙ - уларҙың район үҙәгенән ни тиклем йыраҡ булыуы мөһим түгел. Әгәр тормошто уңайлы итәбеҙ икән, бөтә ерҙә эшләргә кәрәк. Ҡала халҡы ғына түгел, ауыл халҡы ла яҡшы йәшәргә тейеш. Бөгөн интернетҡа инә алмаған кеше, асылда, үҫеш мөмкинлектәрендә сикләнгән. Былай булырға тейеш түгел. Ауылдарҙа, бәлки билдәһеҙлектә әллә күпме Ломоносовтар барҙыр. Шуға ла беҙ был проблеманы һис шикһеҙ хәл итәсәкбеҙ”,- тип билдәләне премьер-министр.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Фото:yaustal.com