Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының Халыҡ-художество кәсептәре үҙәге оҫталарҙан һәм һөнәрселәрҙән әйберҙәрен “Оҫталар йәрминкәһе” платформаһында урынлаштырыу һәм танытыу буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә ғаризалар ҡабул итә.
Ярҙамды Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы күрһәтә. Проекттың маҡсаты – Башҡортостан һөнәрселәренең тауарын һәм хеҙмәттәрен яңы һатыу баҙарҙарына сығарыу һәм уларҙы танытыу.
Мәғлүм булыуынса, 100 меңдән ашыу һөнәрсе үҙҙәренең ҡул эштәрен “Оҫталар йәрминкәһе” платформаһы аша һата. Ул Рәсәй экспорт үҙәге белдереүенсә, 100 төп маркетплейс иҫәбенә инә һәм ҡул эштәре оҫталары, Рәсәй брендтары һәм дизайнер тауарҙарына өҫтөнлөк биреүселәр өсөн иң ҙур платформаны тәшкил итә. Платформаға ай һайын һигеҙ миллиондан ашыу кеше инә һәм күңеленә ятҡан тауарҙы һайлай.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru