Сара художество белеме традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, талантлы рәссам уҡытыусыларҙың асыҡлауға һәм уларҙы танытыуға, һынлы сәнғәтте пропагандалауға, педагогия хеҙмәткәрҙәренең һөнәри кимәлен күтәреүгә йүнәлтелә. Баһалама комиссияһы составына Башҡортостандың күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре инә. Жюри рәйесе – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, рәссам Хәтип Фазылов.
Конкурс-күргәҙмәгә республика сәнғәт мәктәптәренән һәм колледждарынан 300-ҙән ашыу уҡытыусы эштәренең фотоһын ебәргән. Жюри бөтәһе 200-ҙән ашыу эште һайланы. Күргәҙмә 21 ғинуарҙан 14 февралгә тиклем Өфө художество галереяһында ойошторола.
Республикала бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: dom-mol.ru