Әлшәй хәбәрҙәре
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Ғинуар 2021, 11:02

Урман тармағы быйыл да ярҙам ала

Башҡортостанда 2021 йылда “Урмандарҙы һаҡлау” проектын тормошҡа ашырыуға 162,3 миллион һум бүлеү ҡаралған

Башҡортостан урман хужалығы министрлығы ведомствоға ҡараған учреждениелар менән “Урмандарҙы һаҡлау” проектын бойомға ашырыу буйынса 2021 йылда урманды тергеҙеүгә ҡағылышлы видео-конференция форматында кәңәшмә уҙғарҙы.
Төбәк проекты маҡсаты – 2024 йылға ҡарата участкаларҙа күпме ағас ҡырҡылһа, шунса ултыртыу балансына өлгәшеү.
Ултырышта компенсация урмандарын тергеҙеүҙе ойоштороу буйынса участкалар һайлау, ағас ултыртыу проекттарын төҙөү һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Шуны ла билдәләргә кәрәктер, “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектына ярашлы, 2021 йылға түбәндәге маҡсатлы күрһәткестәр ҡаралған: урман тергеҙеү һәм үҫтереү майҙандары һәләк булған ағас үҫентеләренә ҡарата – 98,4 процент, урман тергеҙеү һәм үҫтереү майҙаны – 14,3 мең гектар, үҫентеләр үҫтереү өсөн орлоҡ һаҡламы ике тонна булырға тейеш.
Башҡортостан урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов белдереүенсә, февралдә министрлыҡ “Урманды файҙаланыу сәғәте” форматында ҡуртымсылар менән ултырыш уҙғарасаҡ. Төп һорау – ҡуртымсыларҙың 2020 йыл эш һөҙөмтәләре буйынса килешеү нигеҙендә урман участкаларын файҙаланыуҙы башҡарыу һөҙөмтәһе һәм 2021 йылға бурыстар.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда 2021 йылда “Урмандарҙы һаҡлау” проектын тормошҡа ашырыуға 162,3 миллион һум бүлеү ҡаралған, шул иҫәптән ведомствоға ҡараған учреждениеларҙы кәрәкле техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү, шулай уҡ урманды тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса 99,3 миллион һум бүленергә тейеш.
“Урманды тергеҙеү” төбәк проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығынан.
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас: