Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ғинуар 2021, 11:40

Ҡыҙҙарға ҡарағанда малайҙар күберәк тыуған

Уҙған йыл бөтәбеҙ өсөн дә көсөргәнешле һәм ауыр булды. 1619 гражданлыҡ хәле акттары яҙмаһы теркәгән район ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренә лә ябай булмаған шарттарҙа эшләргә тура килгән.

Дөйөм алғанда демографик хәлдең ниндәй булыуы тураһында ЗАГС бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ф. Р. ҒАБДРАХМАНОВА һөйләй:
- 2020 йылда районда 335 бала донъяға килде, уларҙың 171-е – малайҙар һәм 164-е – ҡыҙҙар. 85 ғаиләлә тәүге бала тыуған, 111-ендә – икенсе, 96-һында – өсөнсө, 43-өндә дүрт һәм артабанғы балалары донъяға килгән. Атайлыҡты билдәләү буйынса 55 осраҡ теркәлгән.
- Флизә Рәфис ҡыҙы, ата-әсәләр сабыйҙарына йышыраҡ ниндәй исемдәр бирә?
- Малайҙар араһында Самир, Артем, Тимур, Ислам, Владимир, Ярослав исемдәре киң таралған. Ҡыҙҙар араһында – Ралина, Ариана, Элина, Наҙгөл, Анастасия. Ә бына Ансар, Мират, Әғзәм, Рамин, Тамерлан, Ҡәҙриә, Илзана, Мирослава, Сара, Виталина, Дилия, Мелисса, Мөслимә исемдәре һирәгерәк осрай.
- Вафат булыусылар һаны был юлы ла тыуыусылар һанынан артып киттеме?
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай. Уҙған йылда үлем тураһында 728 акт теркәлде, был – 2019 йылға ҡарағанда 171 осраҡҡа күберәк. 395 ир-ат һәм 333 ҡатын-ҡыҙ вафат булған. Үлемдең төп сәбәптәре - йөрәк-ҡан тамырҙары, үпкә ауырыуҙары, онкология.
- Коронавирусҡа ҡарамаҫтан, тормош дауам итә, берәүҙәр өйләнешә, кемдәрҙер айырылыша...
- Эйе, 174 пар өсөн (2019 йыл менән сағыштырғанда 36-ға кәмерәк) Мендельсон маршы яңғыраны. Шуны ла әйтергә кәрәк, ҡатын-ҡыҙҙар араһында никахҡа инеүселәрҙең йәше - 22-28, ир-аттарҙа – 23-34 йәш.
2020 йылда 161 ғаилә айырылышҡан, был 2019 йылға ҡарағанда дүрткә кәмерәк. 143 пар никахтарын суд ҡарарына ярашлы, 18-е үҙ-ара килешеү буйынса тарҡатҡан. Йышыраҡ 25-39 йәшлек, бер йылдан алып 10 йылға тиклем бергә йәшәгән ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар айырылыша.
Биографик мәғлүмәттәрен үҙгәртергә теләүселәр ҙә табылған. Улар – 13 кеше.
Демографик статистика менән Ирина ВЛАДИМИРОВА ҡыҙыҡһынды.
Читайте нас: