Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Ғинуар 2021, 10:54

Эшҡыуарҙар өсөн

Мобиль ҡушымтаның яңыртылған вариантының тағы бер үҙенсәлеге – ғаризаны үҙаллы яҙыу талап ителмәй.

"Шәхси эшҡыуарҙың шәхси кабинеты” мобиль ҡушымтаһы яңыртылды. Яңы версияла эшҡыуарҙар һалым буйынса бурысты һәм онлайн режимда ағымдағы түләүҙәрҙе атҡара ала. Тағы ҡушымта шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеү мөмкинлеген бирә. Бының өсөн “Шәхси эшҡыуар сифатында теркәлеү” төймәһенә баҫыу етә.

Мобиль ҡушымтаның яңыртылған вариантының тағы бер үҙенсәлеге – ғаризаны үҙаллы яҙыу талап ителмәй. Ҡушымтала заявканы формалаштырыу, эшҡыуарлыҡ төрҙәрен тиҙ эҙләү механизмы, шулай уҡ махсус һалым режимына күсеү мөмкинлеге бар.

Шәхси эшҡыуарға шәхси кабинетҡа теркәлеү һәм унан файҙаланыу мөмкинлеге өсөн теркәгән һалым органына бер тапҡыр барырға кәрәк буласаҡ. Иң мөһиме: шәхси эшҡыуар булып теркәлеү процедураһы күп ваҡытты алмаясаҡ. Ә ғаризаны ҡарау һөҙөмтәһен шул уҡ көндә ғариза биргән кешенең электрон почтаһына һалалар. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.

Фото: республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Айһылыу Низамова

Читайте нас: