Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ғинуар 2021, 11:58

Яңы йылға бүләк – торлаҡ

2020 йыл аҙағында районыбыҙҙа йәшәүсе дүрт ғаилә торлаҡ сертификатына эйә булды.

Был юлы бәхет район үҙәгенән Миңлебаевтар, Мешковтар, Куриныйҙар һәм Иҙрис ауылынан Кәлимовтар ғаиләләренә йылмайҙы. Улар бөтәһе лә – үткән йылдың аҙағында быға тиклем ғәмәлдә булған "Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү" программаһы урынына раҫланған “Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһында ҡатнашыусылар. Был программала, ғәҙәттәгесә, социаль өлкәлә һәм агросәнәғәт комплексында эшләгән ауыл ерендә йәшәүсе граждандар ҡатнаша ала.

Ауыл ерендә торлаҡ төҙөү (һатып алыу) өсөн социаль түләү бирелеү тураһында таныҡлыҡ алыусылар ҡыуаныстарын йәшермәй. Күбеһе – күп балалы ғаиләләр, уларҙың үҙ йорттарын булдырыу хаҡындағы хыялдары дәүләт ярҙамы менән тормошҡа ашасаҡ.

Район үҙәгендә йәшәүсе Наилә һәм Роберт Миңлебаевтар ғаиләһендә өс малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнә. Ғаилә башлығы Раевка шәкәр заводында слесарь булып эшләй, тормош иптәше балалар тәрбиәләй, кесе ҡыҙҙарына әле бер йәш тә тулмаған. Улар өсөн социаль түләү – бик яҡшы ярҙам. Миңлебаевтар был аҡсаға торлаҡ һатып аласаҡ.

Иҙрис ауылында йорт төҙөй башлаған Алһыу һәм Рәфид Кәлимовтарҙың ғаиләһендә лә дүрт бала үҫә. Элина һәм Евгений Куриныйҙар ҙа күп балалы, улар өс ҡыҙ тәрбиәләй. Раевка ауылынан

Оксана һәм Дмитрий Мешковтар өсөн дә был документ төҙөлөштә ҙур финанс ярҙам буласаҡ, улар бер бала тәрбиәләй.

Дүрт сертификаттың дөйөм суммаһы 7 миллион 700 мең һум тәшкил итә. Район хакимиәтенең торлаҡ мәсьәләләре буйынса инспекторы Зөлфиә Вәлишина аңлатыуынса, аҡса ғаилә ағзалары һанына ҡарап бүленә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең районда яҙ көнө шулай уҡ дүрт ғаилә торлаҡ сертификаты алғайны. “Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса 2020 йылда әлшәйҙәргә бирелгән дәүләт ярҙамының дөйөм күләме - 15 миллион һумдан ашыу.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: