Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Декабрь 2020, 18:00

Ташлы ауылы – еңеүселәр иҫәбендә

Районда “Айыҡ ауыл-2020” конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды.

Республика бәйгеһенә старт 1 августа бирелгәйне. 30 ноябргә тиклем конкурстың беренсе, район этабы уҙҙы.
- Быйыл ҡатнашыусыларҙың әүҙемлеге ҡыуандыра. Был эшкә бөтә ауыл биләмәләре лә ҡушылды. Муниципаль этапҡа ғаризалар бик күп килде - районда иң айыҡ ауыл исеменә 57 ауыл дәғүә итте, - тип билдәләне конкурстың жюри ағзаһы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Мирғәсим Әкимбәтов.
Конкурста ҡатнашҡан һәр ауылда айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән төрлө саралар уҙҙы. Рейдтар, белем биреү, спорт һәм мәҙәни саралар ойошторолдо. Һәр ауыл халҡы велоуҙыштарҙа, ижади эстафеталарҙа, йәрминкәләрҙә, урам байрамдарында бик теләп ҡатнашты. Төҙөкләндереү йәһәтенән дә күп эштәр атҡарылды – ауылдар халҡы өмәләр үткәрҙе, шишмәләр, йылға-күлдәрҙе таҙартты, иҫтәлекле урындарҙы тәртипкә килтерҙе.
“Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсының муниципаль этабына онлайн режимда йомғаҡ яһалды. Барлыҡ ғаризаларҙы ҡарағандан һуң, жюри өсөнсө урынды - Ҡайраҡлы, икенсе урынды Ғәйнәямаҡ ауылына бирҙе, ә еңеүсе тип ташлылар иғлан ителде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы 2011 йылда ойошторолдо. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ул яңынан тергеҙелде. Барлығы биш бәйге (2011, 2012, 2013, 2014 һәм 2019 йылдарҙа) уҙҙы. Быйыл конкурс тураһындағы положениеға үҙгәрештәр индерелде. Халыҡ һаны төрлө булған ауылдарҙы ғәҙел баһалау маҡсатынан, һөҙөмтәләр торлаҡ пункттарының категорияларға бүленеүен иҫәпкә алып яһаласаҡ: бик ҙур ауылдар - 3 меңдән ашыу кеше, ҙур - 1 меңдән 3 меңгә тиклем, урта – 200-ҙән 1 меңгә тиклем һәм бәләкәй - 200 кешенән кәмерәк ауылдар. Еңеүсе биш ауыл ауылды үҫтереүҙең комплекслы программаһына инәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса конкурстың приз фонды ун тапҡыр арттырылды.
Бөгөн республикала “Айыҡ ауыл-2020” конкурсының икенсе этабы буйынса актив эш башланған да инде. Ойоштороу комитетының тәүге ултырышы уҙған. Әйткәндәй, айыҡлыҡ бәйгеһендә әлшәйҙәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Конкурстың икенсе этабына республиканың 54 ауылы – һәр муниципалитеттан берәр еңеүсе сыҡты. Улар араһында районыбыҙҙың Ташлы ауылы ла бар.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Читайте нас: