Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Декабрь 2020, 11:39

Глэмпинг – туризм өлкәһендә яңы, заманса йүнәлеш

Район хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нең көн тәртибендә "Әлшәй районында глэмпинг-отелдәр үҫеше" темаһы ҡаралды.

Глэмпинг – туризм өлкәһендә яңы, заманса йүнәлеш. Ул тәбиғәт ҡосағында, әммә уңайлы шарттар тыуҙыралған шарттарҙа ял итеүҙе күҙаллай. Көнкүреш-хеҙмәтләндереү йәһәтенән бөтә уңайлыҡтар, мәҫәлән, йомшаҡ карауаттар, душ, вай-фай булыу ҙа бик мөһим. Бер һүҙ менән әйткәндә, заман кешеһе тәбиғәт ҡосағында, саф һауала, ҡоштар йырын тыңлап, һыҙылып таңдар атыуына һәм ҡыҙарып ҡояш батыуына һоҡланып, рәхәтләнеп ял итергә тейеш. Бындай ял форматына һорау бар. Иң мөһиме, глэмпинг өсөн бар яҡлап та уңайлы урын һайлау.

«Ошо йүнәлеш буйынса эшләргә теләүселәрҙән тәҡдимдәр көтәбеҙ, беҙ ярҙам итергә әҙер», - тип билдәләне район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.

Кәңәшмә аҙағында ошо проектты бойомға ашырыу буйынса бер нисә ҡарар ҡабул ителде.

Мәғлүмәт район хакимиәте сайтынан алынды.

Читайте нас: