Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Декабрь 2020, 11:55

Гимназия территорияһында Дан аллеяһы буласаҡ

Ул Советтар Союзы Геройы Александр Павлович Фролов иҫтәлегенә арнала

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ бына өсөнсө йыл инде Раевка гимназияһы ирекмәндәр отряды «Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте» балалар-үҫмерҙәр ойошмаһы составында, уның эшмәкәрлеге уҡыусыларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Йәш активистар өсөн, уларҙың изге эштәре тураһында инде бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ, уҙып барыусы йыл бик үҙенсәлекле булды - улар «Изгелек каникулға китмәй» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Был бәйге «Мәғариф» милли проекты һәм «Социаль әүҙемлек» федераль проекты сиктәрендә Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте тарафынан үткәрелә. Гимназияның “Изгелек баҡсаһы» отряды «Изгелек старты» номинацияһында еңеү яулап, 200 мең һумлыҡ грант алды. Был аҡсаны балалар волонтерлыҡ эше һәм проекттарын артабан тормошҡа ашырыу өсөн сарыф итә. Ниндәй пландар һәм проекттар икәнлеге тураһында беҙгә республиканың “Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте”нең иң яҡшы командаһы, был юғары исемгә лә улар быйыл лайыҡ булды, вожатыйы Айгөл Камалетдинова һөйләй.

- Конкурс шарттарына ярашлы, уҡыу йылы дауамында беҙ бер нисә проектты бойомға ашырҙыҡ. Уларҙың иң ҙуры «Хәтер һәм эҙләнеү» акцияһы булды. Эҙәрмән отрядтары ойошторҙоҡ һәм бер нисә ай дауамында бөтә райондан яҡташ фронтовиктарҙың хәрби юлы һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда эшләүселәрҙең тормошо тураһында материал йыйҙыҡ. Гимназияла хәтер стенаһы булдырҙыҡ, иң мөһиме, ҙур масштаблы “Хәтер юлы” бөтә Рәсәй проекты сайты архивын фотоһүрәттәр һәм мәҡәләләр менән тулыландырҙыҡ.

Балалар һәм ата-әсәләр «Ҡышын ҡоштарҙы ашат» проектын да ихлас хупланы. Беҙ тағараҡтар эшләү өсөн кәрәкле материалдар һатып алдыҡ һәм балаларға таратып бирҙек, ә улар үҙҙәренең дизайны буйынса ҡоштарға “ашхана”лар эшләне. Беҙ уларҙы гимназия биләмәһенә элдек – ҡоштар өсөн үҙенсәлекле бер отель килеп сыҡты, - ти Айгөл Фәнвил ҡыҙы.

Гимназия уҡыусыларының “Дан аллеяһы” проекты әле тормошҡа ашырылған иң әһәмиәтле проект булып тора.

Тәүҙә ирекмәндәр буласаҡ аллеяның иң яҡшы дизайнына конкурс иғлан итә. Артабан гимназия территорияһында үҫентеләр ултыртыу өсөн майҙансыҡ әҙерләйҙәр. Дан Аллеяһы Советтар Союзы Геройы Александр Павлович Фроловҡа һәм Әлшәй районының Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, гимназиясылар А. П. Фроловтың ҡыҙы Любовь Александровнаға шефлыҡ ярҙамы күрһәтә. Ә үҫентеләргә килгәндә иһә, улар грант аҡсаһына һатып алынған. Яҙ көнө аллеяға нигеҙ һалынасаҡ, уны иң тәүҙә аҡ һәм йәшел шыршылар, туя, спирея, гортензия һәм башҡа үҫемлектәр биҙәйәсәк. Әлегә үҫентеләр ышаныслы урында, Өфөнөң Баҡса үҙәгендә ҡышлайҙар, тип хәбәр итте беҙгә ирекмәндәр.

“Изгелек баҡсаһы” отряды грант аҡсаһын шулай уҡ “Гимназия ТV” проектын тормошҡа ашырыуға ла йүнәлткән. Балалар ижады телестудияһы өсөн улар 110 мең һумлыҡ йыһаз һатып алған. Медиа төркөмө үҙенең тәүге репортажын әҙерләгән дә инде, әле бында Яңы йыл байрамы репортажы өҫтөндә эшләйҙәр.

Бынан тыш, гимназия ирекмәндәре, программаға ярашлы, үҙ эшмәкәрлегендә ныҡлы урын алған, хәҙер инде традицияға әйләнгән #ВРЕМЯЗОЖ, “Билдәле йәйәүле” кеүек саралар үткәрҙе. Ә беҙ гимназияның “Изгелек баҡсаһы”ның киләһе 2021 йылда ла сәскә атыуын, бик күп изге эштәр атҡарыуын һәм еңеүҙәр яулауын теләйбеҙ.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: