Мәктәптәрҙе юғары тиҙлектәге интернет менән тәьмин итеү, һанлы белем биреү платформаһын булдырыу, ул уҡыусыларға, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә белем биреүҙең барлыҡ баҫҡыстарында ҙур ярҙам буласаҡ, белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың грамоталылығын арттырыу һәм һанлы компетенцияларын үҫтереү - «Һанлы белем биреү мөхите» төбәк проекты ошо бурыстарҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән. Уның маҡсатлы моделе Аксен мәктәбендә лә индерелә башланы.
Ошо көндәрҙә учреждениеға 30 мобиль синыф ноутбугы һәм бер күп функциялы яйланманан торған йыһаздар комплекты ҡайтартылды. Шулай уҡ идара итеү персоналы өсөн интерактив комплекстар һәм ноутбуктар ҡайтартыу ҙа көтөлә.
Фото: vologda-news.net
Фәнүзә СУФИЯНОВА.