Әйткәндәй, “Йыл һөнәрмәне” конкурсы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бер секторы булған креатив индустрияның үҫешенә һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Уны республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлыҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу маҡсатында үткәрҙе.
Шулай итеп, “Йыл һөнәрмәне-2020” конкурсының төп номинацияларында еңеүселәр:
металл менән художестволы эшләгән иң яҡшы оҫта – Наил Собханғолов; керамика менән эшләгән иң яҡшы оҫта – Динара Ғарифуллина; ҡораманы ҡулдан йәки машина менән тегеү буйынса иң шәп оҫта – Надежда Самойлова; халыҡ костюмын һәм этнографик өлгөләргә ярашлы уның элементтарын әҙерләү буйынса иң шәп оҫта – Илдар Ғатауллин; автор ҡурсағын һәм йомшаҡ уйынсыҡты әҙерләү буйынса иң шәп оҫта – Ксения Алексеева; ағасты художестволы семәрләү буйынса иң шәп оҫта – Әнүр Игебаев; Башҡортостандың авторлыҡ сувенирын иң шәп эшләүсе-дизайнер – Олеся Чебан, Ольга Гордеева; иң шәп кейеҙ оҫтаһы – Рәмилә Мәмбәтова; йәш эшҡыуар – Станислав Лаврентьев; иң шәп күн оҫтаһы- Альбер Рыҫҡолов; сағыу художестволы биҙәү өсөн – Алена Халтурина. Сарала Башҡортостан ҡалалары һәм райондары, шулай уҡ Ҡазандан, Һамарҙан, Силәбенән, Липецкиҙан, Пермдән, Тольяттинан да һөнәрмәндәр ҡатнашты.