Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Декабрь 2020, 11:10

Амбулатор-поликлиника учреждениеларының ресурс базаһы нығытыласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында “Һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһының проекты тәҡдим ителде.

Федераль кимәлдә программа 2021 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлаясаҡ. Үҙ сиратында төбәктәр был документты 15 декабргә тиклем әҙерләргә тейеш.

"Программаның маҡсаты - илдең иң алыҫ райондарында, төбәктәрендә йәшәгән граждандар ҙа комплекслы медицина хеҙмәттәренең бөтә спектрын алырға тейеш, – тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, программа 2021 - 2025 йылдарға планлаштырылған, уға ярашлы амбулатор-поликлиника учреждениеларының ресурс базаһы нығытыласаҡ.

Программа нигеҙендә түбәнге саралар планлаштырылған:

- һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын төҙөү, реконструкциялау, капиталь ремонт яһау;

- медицина ойошмаларында беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә медицина кәрәк-ярағы менән тәьмин итеү.

- беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү, пациенттарҙы медицина ойошмаларына алып барыу, һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәрен эшкә йөрөтөү өсөн автомобиль транспорты менән тәьмин итеү.

Уны тормошҡа ашырыу өсөн 2021 - 2025 йылдарҙа 18,5 миллиард һум аҡса тотоноу планлаштырыла (14,5 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, 2,6 миллиарды республиканан бүленәсәк).

“Һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау” программаһына ярашлы, республикала 533 яңы медицина объекты төҙөү, ике поликлиниканы реконструкциялау, 70 медицина объектына капиталь ремонт яһау планлаштырыла.

Унан тыш, медицина ойошмаларында беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә медицина изделиелары менән тәьмин итеүгә 4 419 берәмек йыһаз-ҡорамал һатып алынасаҡ.

Шулай уҡ беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү, пациенттарҙы медицина ойошмаларына алып барыу, медицина тармағы хеҙмәткәрҙәрен эшкә йөрөтөү өсөн автомобиль транспорты менән тәьмин итеү маҡсатында биш йылдан ашыу тотонолған 357 автомобилде алмаштырыу күҙаллана, унан тыш, медицина ойошмаларына тағы ла 290 автомобиль һатып алынасаҡ.

Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас: