Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Декабрь 2020, 11:25

Тыуым кәмене

Оҙаҡламай ап-аҡ ҡарлы ҡыштың тәүге айы декабрь ҙә үтеп китер, уға киләһе Аҡ Үгеҙ йылында йомғаҡ яһарбыҙ. Ә хәҙергә ноябрь айы һөҙөмтәләрен барлайыҡ.

Район ЗАГС бүлеге биргән мәғлүмәттәр буйынса, ноябрҙә үлем тураһында 68 акт яҙмаһы теркәлгән, был октябрь айы менән сағыштырғанда 18-гә кәмерәк. 32 ир-егет һәм 36 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән хушлашҡан. Районда 24 сабый – 10 ҡыҙ һәм 14 малай тыуған. Никахлашыуҙарға килгәндә, республикала күптәр COVID-19 менән бәйле хәүефле эпидемиологик хәл килеп тыуыу сәбәпле, алдан билдәләнгән никахлашыу датаһын күсерергә ҡарар итһә лә, Әлшәйҙең йәш парҙары ЗАГСта тантанаһыҙ теркәлеү үтергә лә ризалыҡ белдерҙе, унда уларҙан тыш йәштәрҙең ике яҡлап та ата-әсәләре һәм фотограф ғына ҡатнаша. Шулай итеп, уҙған айҙа барлығы 10 пар мөнәсәбәттәрен законлаштыра. Октябрь айында бындай парҙарҙың һаны 14 булған. Туғыҙ пар айырылышҡан.

Йыл башынан ноябрь аҙағына тиклем районда 310 бала тыуған. 10 баланы уллыҡҡа алғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 651 кеше донъя ҡуйған (2019 йыл менән сағыштырғанда 148-гә күберәк. 164 пар никах теркәгән, 147-һе никахын тарҡатҡан. Атайлыҡты билдәләү тураһында - 51, исем алмаштырыу тураһында 10 акт яҙмаһы теркәлгән.

Ғәҙәттәгесә, киң таралған исемдәр булып Самир, Ислам, Владимир, Тимур, Арианалар ҡала. Мирослава, Ҡәҙриә, Алан, Мәҙинә, Ильзаналар ноябрь айының ғәҙәти булмаған исемдәре булып һанала.

Ирина ВЛАДИМИРОВА.

Читайте нас: