Бөгөн дә самауыр сәйен яратыусылар, бергә йыйылған саҡта, уның уның ҡайҙан килеп сығыуы тураһында юҡ-юҡта һүҙ ҡуҙғаталар. Берәүҙәр, уның тыуған иле Ҡытай, ти. Икенселәр иһә, самауырҙың Рәсәйҙә 16-сы быуат аҙағында барлыҡҡа килеүе хаҡында белдерә. Нисек кенә булмаһын, шуныһы бәхәсһеҙ: һәр бер крәҫтиән ғаиләһендә булған самауырҙар мираҫ итеп быуындан-быуынға тапшырылып килгән.
- Мин йыш ҡына апайҙарым менән өләсәйем һәм олатайымдарҙа, бер генә урамдан торған Сулпан ауылында йәшәүсе Мәстүрә Фазлиәхмәт ҡыҙы һәм Нәғимулла Төхвәтулла улы Хисмәтовтарҙа ҡунаҡта була торғайным. Ауыл эргәһенән генә сылтыр шишмә ағып ята, беҙ унан һыу ала торғайныҡ. Олатайым миңә бәләкәй генә биҙрәләр һатып алып, көйәнтә яһап бирҙе. Мин, ул ваҡытта биш йәшлек кенә ҡыҙ, шәп-шәп атлап, биҙрәләремдәге һыуҙың яртыһын сайпылтып түгә-түгә, шишмәнән һыу ташығанымды бик яҡшы хәтерләйем. Ә өләсәйем ғорурлыҡ менән ун литрлы биҙрәләрҙе тултырып һыу ҡуя ине. Шунан һуң еҙ самауырға шишмә һыуын ҡоя ла ҡапҡасын яба. Торбаһына ҡоро таптар, күмер һала. Оҙаҡламай самауыр ҡайнап сыға. Ялтырап торған еҙ самауыр йырлай, тәмле төтөн еҫе тарала. Өләсәйем торбаһын алып, конфоркаһын яба һәм самауырҙы өҫтәлдәге еҙ батмусҡа ултырта. Мәтрүшкә, ҡарағат япрағы, бөтнөк ҡушылған һинд йәки грузин сәйен бешереп, томалап ҡуя.
Мәстүрә нәнәйем, үҙенең йомшаҡ ҡулдары менән яғымлы ғына башымдан һыйпап, миңә һөтлө сәй яһай. Өҫтәлдә ҡаймаҡ, бал, ҡоймаҡ, йөҙөм, киптерелгән емештәр, картуф бәрәмәсе... Өләсәйем күрше әхирәте менән сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә тәмләп сәй эсә.
1970 йыл. Мин Әбдрәшит ауылында атайым яғынан өләсәйем Вәспикамал Миңлейән ҡыҙы һәм олатайым Шәкүр Закир улы Сафиндарҙың өйөндә. Ҙур ағас өҫтәлдә самауыр шыжлап ултыра, әрем төнәтмәһе менән сәй, киҫәкле шәкәр һалынған быяла һауыт, өләсәйем яһаған ҡыҙыл эремсек һәм тағы ла бик күп тәмлекәстәр. Был самауыр, өләсәйем һөйләүенсә, Граждандар һуғышынан һуң урындағы кибеттән һатып алынған. Уға Артель “Медник”. Суксун тигән тамға һуғылған. Бындай артель 1920 йылда Суксун ҡалаһында булдырылған. Артабан был самауыр өләсәйемдең, балаларының ғаиләләрендә лә өй түрендә төп биҙәк булып торған. Ул, тере йән эйәһе кеүек: моңло йыры менән шатландыра, хуш еҫле сәйе менән дә һыйлай...,- тип самауырлы бала сағын иҫкә ала район үҙәгендә йәшәүсе Пионерҙар йорто педагогы Зилә Йәлилова.
Өләсәһенең 100 йәшлек Суксун самауырын ул атай йортоноң ҡыйығында тапҡан. Былтыр Зилә Зәкәриә ҡыҙы уның менән район күргәҙмәһендә ҡатнашып, “Иң боронғо” номинацияһында еңеүсе була. Хәҙер был самауыр, ҡәҙерле ҡомартҡы булараҡ, Пионерҙар йото музейында һаҡлана.
Шулай уҡ ҡәйнәһе Гөлсимә Зәйнулла ҡыҙы бүләк иткән 50 йәшлек еҙ самауыры ла бар уның. Ата-бабаларына хөрмәт йөҙөнән, өләсәй-олатайҙарының изге ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалып, Йәлиловтар ғаиләһе дуҫтарын һәм ҡунаҡтарын тәмле самауыр сәйе менән ихлас һыйлай.
Ирина ВЛАДИМИРОВА.
Фотола Зилә Йәлилова өләсәһенең еҙ самауыры менән.