Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Декабрь 2020, 11:27

Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү

Йыл аҙағына тиклем республикалағы кәмендә 100 предприятие милли проектҡа йәлеп ителәсәк

Башҡортостанда 2019 йылда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар алған килем 140 миллиард һумдан ашҡан, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте. Былтыр проектҡа 52 предприятие ингән.
Әле проектта республикалағы 90 предприятие ҡатнаша. Уларҙың 46-ы – сәнәғәт, 19-ы – ауыл хужалығы, 16-ы – төҙөлөш, 6-ы – транспорт, 3-е – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаһы. Уларҙа 29 меңдән ашыу кеше эшләй. Тағы алты предприятие заявка биргән. Улар менән килешеүҙәр төҙөләсәк.
Йыл аҙағына тиклем республикалағы кәмендә 100 предприятие милли проектҡа йәлеп ителәсәк. Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был күрһәткес, ағымдағы йылда федераль үҙәк тарафынан ҡуйылған лимит менән сағыштырғанда, 30 процентҡа күберәк.
Әйткәндәй, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: