Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2020, 12:38

Уйындар быйыл да уҙасаҡ

Былтыр беренсе тапҡыр республикалағы башланғыс кластарҙа уҡыған балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Яңы йыл ғаилә уйындары үткәрелгәйне.

Сираттағы байрам каникулында ла ошо матур сара уҙасаҡ. Уны “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Фән һәм мәғариф министрлыҡтары менән берлектә ойоштора.
“Быйыл пандемия үҙенең үҙгәрештәрен индерҙе. Әммә был сәләмәт тормош хаҡында онотоу өсөн сәбәп түгел. Инфекцияның таралыу хәүефен кәметеү өсөн барлыҡ уйындарҙы мәктәптәрҙәге спорт залдарында түгел, саф һауала үткәрергә булдыҡ. Өфөгә этап уйындарына килгәндәр һаны ла кәмейәсәк. Һәр райондан иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән төрлө йәш категорияһында ике түгел, бер ғаилә киләсәк”, – тип белдерҙе төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Яңы йыл уйындары 3 – 6 ғинуарҙа, каникул ваҡытында, үткәреләсәк. Сарала балалары I – IV кластарҙа уҡыған ғаиләләр ҡатнаша. Улар өсөн тиҙлек, көс һәм зирәклеккә һынау булған өс конкурс үткәрелә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ата-әсәһе менән быйма кейеп хоккей уйнаясаҡ, санала һәм тюбингта шыуасаҡ. Финал уйындарынан һуң, ғинуар урталарында, еңеүселәр асыҡланасаҡ.
Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/ail-l-r--e-e-i-tibar-a-571292/
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: lipeck.bezformata.com
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: