Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь 2020, 10:57

“Спорт көрәшен – халыҡҡа” социаль проекты

Был проект Президент Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла.

Проекттың төп маҡсаты – 16 йәштән алып физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр һанын арттырыу, күберәк халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү.

Проектҡа ярашлы, әлегә тиклем көрәш менән шөғөлләнмәгән өфөләр үҙҙәрен спорттың яңы төрөндә һынап ҡарай ала. Быйыл сентябрҙән алып декабргә тиклем көрәш сәнғәте һәм спорт көрәше буйынса бушлай күнекмәләр ойошторолдо. Проектҡа 150-нән ашыу кеше ҡатнаша йәлеп ителгән дә инде. Күнекмәләргә 16 йәштән өлкәнерәк һәр кем яҙыла ала. Әгәр яңы башланғыс ҡыҙыҡһындырһа, 8 (347) 266-18-66 телефоны аша ентекле мәғлүмәт алырға һәм күнекмәләр ваҡытын асыҡларға мөмкин.

Әйткәндәй, “Спорт көрәшен – халыҡҡа” проекты Рәсәйҙең 43 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Уның ярҙамында илдә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны бермә-бер артҡан.

Фото: ufacity.info

Автор: Лилиә Дәүләтбәкова.
Читайте нас: