Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ноябрь 2020, 11:08
Яңы проект тормошҡа ашырыла
СИБУР Благовещендағы “Полиэф” предприятиеһында “йәшел” ПЭТ-гранулалар сығарыу проектын тормошҡа ашыра башлай.
Уны етештереүҙә йыл һайын 34 мең тоннаға яҡын икенсел сеймал, иң элек ПЭТ-флекс – тотонолған аҙыҡ-түлек төргәге киҫәктәре ҡулланыласаҡ.
Алынған гранулалар юғары талаптарға яуап бирә һәм экологиялы ПЭТ-төргөккә арта барған ихтыяжды ҡәнәғәтләндерәсәк. Юғары сифатлы продукция сығарыуҙа ҡиммәтле сеймалды ҡабатлап ҡулланыу полимер етештереүҙә энергия сығымын кәметеүгә, һауаға ағыулы газдар сығарыу күләмен түбәнәйтеүгә булышлыҡ итәсәк. Проектты тормошҡа ашырғанда эшкәртелгән шешәләрҙең ярымфабрикаттары файҙаланыласаҡ.
Республика предприятиеларында бындай технологияларҙы ғәмәлгә индереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын ойоштороу” федераль проекты менән билдәләнгән һөҙөмтәлелек күрһәткесенә өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Polief-ya-i-proektti-tormosh-a-ashira-557436/
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?