Программа быйылғы йылдың 17 апрелендә старт алғайны һәм тәүҙә 1 ноябргә тиклем ғәмәлдә булырға тейеш ине. Әммә аҙаҡ ил Хөкүмәте уны 2021 йылдың 1 июленә тиклем оҙайтты.
Башҡортостан – был программа популяр булған төбәктәрҙең береһе. Алты миллион һумғаса ташламалы ипотека кредитын яңы төҙөлөп ятҡан торлаҡ өсөн 20 йылға тиклем ваҡытҡа алырға була. Тәүге иғәнә торлаҡ хаҡының 10-15 процентын тәшкил итә.
Республика халҡы шулай уҡ "Ауыл ипотекаһы"нда ла әүҙем ҡатнаша. Ул йыллыҡ 0,1-3 процент ставка менән 25 йылғаса бирелә. Уның буйынса 2700-ҙән ашыу килешеү төҙөлгән. Илдә был программа буйынса күпселек эш Волга буйы федераль округында бара, ә округта иһә Башҡортостан менән Татарстан алдынғылыҡты бирмәй.
Был йүнәлештәге эштәр ил Президенты Владимир Путиндың "май" указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/D-rt-me--ail-g-b-het-yilmay-i-549383/