Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ноябрь 2020, 11:46

Яңы эш башлаусыларға финанс ярҙам

Район хакимиәте кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына, үҙмәшғүлдәргә субсидия рәүешендә финанс ярҙамы күрһәтеүгә документтар ҡабул ителеүе тураһында хәбәр итә.

-Бизнестың башланғыс стадияһында кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары сығымдарының бер өлөшөнә финанслау маҡсатында;

-кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡорамалдар һатып алыуға;

-социаль эшҡыуарлыҡ субъекттары сығымдарының бер өлөшөн финанслау маҡсатында;

-"Һөнәри килемгә һалым" махсус һалым режимын ҡулланған һәм шәхси эшҡыуар булып һаналмаған физик шәхестәргә (үҙмәшғүлдәргә).

Документтарҙы 10 ноябрҙән 20 ноябргә тиклем көн һайын (ял көндәрҙән тыш) 8 сәғәт 30 минуттан 18 сәғәткә тиклем (13 сәғәттән 14 сәғәт 30 минутҡа тиклем тәнәфес) Раевка ауылы, Ленин урамы, 113 (2-се ҡат, 12-се һәм 13-сө бүлмәләр) адресы буйынса тапшыра алаһығыҙ. Тел. 3-15-97, 3-14-04.

Документтар исемлеге менән күрһәтелгән адрес буйынса иҡтисади үҫеш бүлегендә йәки район хакимиәтенең alshei.bashkortostan.ru cайтының “Эшҡыуарлыҡ” бүлегендә танышырға мөмкин.

Читайте нас: