Әлшәй хәбәрҙәре
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Ноябрь 2020, 11:30

«Раевсахар» йәмғиәте етештереү ҡеүәтен арттырырға ниәтләй

Республика башлығы Радий Хәбиров онлайн-форматта үткәргән сираттағы «Инвестиция сәғәте»ндә Раевка шәкәр заводын реконструкциялау проекты тәҡдим ителде.

Яуаплылығы сикләнгән «Раевсахар» йәмғиәтендә, ул «Стар Нафта» компаниялар төркөмөнә инә, сөгөлдөр эшкәртеү күләмен тәүлегенә 5,5 мең тоннаға еткереү күҙаллана. Инвестор, «Стар Нафта» компанияһының генераль директоры Мансур Латипов, проектҡа 927 млн һум аҡса һалып, шулай уҡ ҡеүәте тәүлегенә 300 тонна гранулланған жом етештереүсе яңы жом киптереү бүлеге төҙөргә ниәтләй. Эшкәртеү ҡеүәтен арттырыу жужалыҡтарҙан сөгөлдөр ҡабул итеү күләмен йылына 600 мең тоннанан 800 меңгә тиклем арттырыу мөмкинлеге бирә, бының менән экспортҡа сығарылыусы продукция етештереү яйға һалынасаҡ.

Проект сиктәрендә завод етәкселеге сөгөлдөр эшкәртеү ҡеүәтен арттырыу буйынса техник задание әҙерләгән. Ҡорамалдар етештереүселәр менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Йыл аҙағына тиклем уны һатып алыуға тәүге контракт төҙөү планлаштырыла, Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар инвестиция проектын өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индереүҙе хупланы. Ул 2021-2022 йылдарҙа ғәмәлгә ашырылырға тейеш.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас в