Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Ноябрь 2020, 11:34

Йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартабыҙ

Районда “Таҙа яр” экология акцияһы үтте

Ирекмәндәр һәм йәш гвардиясылар, ветерандарҙың “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре Ибрай һәм Ҡармыш ауыл биләмәләре территорияһында Дим йылғаһын сүп-сарҙан таҙартты.
Был сараның маҡсаты йылға-күл буйҙарын таҙартыу ғына түгел, ә үҫеп килеүсе быуында һәм ата-әсәләрҙә экологияға мәҙәни ҡараш булдырыу, йәмәғәтселек иғтибарын тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә йүнәлтеү һәм тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе лә үҙ эсенә ала. Акцияла ҡатнашыусы һәр кем быға үҙ өлөшөн индерҙе.
“Таҙа яр” Бөтә Рәсәй акцияһы һәм башҡа экологик саралар сиктәрендә башҡарылған барлыҡ эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса яуап бирә.
Динар ӘХМӘҘРИСЛАМОВ,
район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе.
Читайте нас в