Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Ноябрь 2020, 11:38

Спортҡа иғтибар ҙур

“Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә районда ГТО спорт майҙансығы төҙөлә.

Күптәр Раевка гимназияһы эргәһендә барған төҙөлөш эштәренә иғтибар иткәндер, моғайын. Эш шунда, тиҙҙән бында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн заманса йыһазландырылған майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк.
Районда спорт менән шөғөлләнеүселәр, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусылар бик күп. Бихисап спорт төрҙәре буйынса республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә юғары ҡаҙаныштарыбыҙ бар. Ошо йүнәлештәге эште яҡшыртыу маҡсатында быйыл октябрь айында республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы федераль аҡса иҫәбенә һигеҙ районға ГТО спорт майҙансыҡтарын йыһазландырыу өсөн спорт-технологик ҡорамалдар һатып алды. Бөтә был майҙансыҡтар физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һанын арттырыу маҡсатында булдырылған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә төҙөлә.
- Йыһаздар комплекты бирелгән муниципаль берәмектәр араһында Әлшәй районы ла бар. Бөгөн Раевка ауылы гимназияһы эргәһендә төҙөлгән майҙансыҡ урамға ҡуйыла торған тренажер һәм спорт йыһаздарын урынлаштырыу өсөн тулыһынса әҙер, улар ауыл халҡына ГТО комплексы нормативтарын үтәү һәм физик култьтура менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән. Теләге булған һәр кем көндөҙ бында килеп шөғөлләнә ала, был комплекс районыбыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһы өсөн дә асыҡ, - ти район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов.
Ирина ВЛАДИМИРОВА.
Читайте нас: