Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Ноябрь 2020, 11:32

Эшҡыуарҙар өсөн

Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә әҙерлек кимәлен белергә теләгән Башҡортостан халҡы өсөн махсус тест уйлап сығарылған.

Ул Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указына ярашлы атҡарылып килгән милли проекттарҙың береһе – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”ҙең беҙҙең республикала бойомға ашырылған “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу” проектына ярашлы эшләнгән.

Тесты теләгән бер кеше бушлай үтеп ҡарай ала. Бының өсөн www.test4biz.ru сайтында теркәлергә генә кәрәк.

Ул өс кимәлдән тора. Тәүгеһе – шәхси мәғлүмәт бүлеген тултырыу. Ундағы белешмә тестың артабанғы йүнәлешен билдәләй. Икенсеһе үҙ эшеңде асыр, артабан дауам итер өсөн ошо өлкәлә кәрәк булған белем кимәлен асыҡлай.

Өсөнсөһөндә система ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырып эшләнгән уйын-тест тәҡдим итә. Бында инде үҙ эшеңде алып барғанда хәл итә торған мәлдәр, мәсьәләләр кәүҙәләндерелә. Был этапты үткәндә эшҡыуарлыҡты бергә алып барырлыҡ таныштарыңды саҡырырға була йәиһә программа үҙе сайтта теркәлгән кешеләр араһынан һайлап, тап килерҙәйҙәрен тәҡдим итә.

Аҙаҡтан программа һөҙөмтәләрҙе анализлап, көслө һәм көсһөҙ яҡтарҙы һүрәтләп бирә, шулай уҡ артабан үҫергә ярҙам итерлек кәңәштәре менән дә бүлешә.

Шуныһы ҡыҙыҡ: ысынбарлыҡҡа ҡоролған тест-уйынды нисә тапҡыр үтһәң дә була. Һәр үткәндә икенсе төрлө ҡарарҙар ҡабул итеп, уларҙың артабан ниндәй һөҙөмтәләргә килтергәнен белергә мөмкин.

Теләге булғандар тест программаһына баһа ҡуйып, тәҡдимдәрен дә яҙып ҡалдыра ала.

https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/eshe-de-as-i-kil-523186/

Автор: Равиля Гатауллина.
Читайте нас: