Әлшәй хәбәрҙәре
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Октябрь 2020, 12:29

Дауаланыу ваҡытын ҡыҫҡартыу мөмкинлеге бирә

Федераль бюджет средстволары иҫәбенә алынған ҡорамалдың хаҡы – 16,5 миллион һум.

“Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Нефтекама дауаханаһына абдоминаль (ҡорһаҡ эсендәге органдарға яһалыусы) операцияларҙы башҡарыу өсөн эндовидеоскопик комплекс алынды. Федераль бюджет средстволары иҫәбенә алынған ҡорамалдың хаҡы – 16,5 миллион һум.

Эндохирургия алымы бәләкәй шештәрҙе, яман шештең иртә асыҡланған башланғыс формаларын дауалағанда яҡшы һөҙөмтә бирә. Ул операция мәлендә йәрәхәтләнеүҙе, инфекция эләгеүен кәметә. Пациент та тиҙерәк һауыға. Комплект технологик яҡтан яңыртылған, яҡшыртылған, бик ваҡ анатомик структураларҙы, нервы көпшәһен, лимфа төйөндәрен аныҡ күрергә ярҙам итә. Ғәҙәттәге асыҡ рәүештә үткәрелгән хирургияла операция зонаһы асыҡ күренмәһә, эндоскоптар барыһын да яҡшы күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.

Аҙ тишемле хирургик технологияларҙы ҡорһаҡ ҡыуышлығындағы органдарҙы дауалауҙа ҡулланыу өҙлөгөүҙәрҙе кәметергә һәм пациенттың медицина учреждениеһында дауаланыу ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, инновацион медицина технологияларын, шул иҫәптән иртә диагностика һәм мониторинг системаһын да индереү, пациенттар сәләмәтлеген һаҡлауға булышасаҡ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор: Дина Арсланова

Читайте нас в