Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Октябрь 2020, 13:12

“Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды

Районда, Раевка гимназияһында, өсөнсө “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асылды. Ул “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә булдырылған.

Хәҙер гимназия бинаһын да “Үҫеш нөктәһе” логотибы биҙәй. Белем биреү усағында “Информатика”, “Технология”, “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” фәндәре буйынса һанлы һәм гуманитар компетенциялар формалаштырыу бүлмәләре эшләй башланы, фото-видеоға төшөрөү, шулай уҡ ял итеү һәм аралашыу өсөн медиазонаны һәм шахмат бүлмәһен үҙ эсенә алған проект эшмәкәрлеге өсөн зоналар асылды.

Заманса үҙәк булдырыуға 2 миллионға яҡын аҡса бүленеп, яңы йыһаздар һатып алынды, ремонт яһалды, тип билдәләне тантаналы сарала гимназия директоры С. Н. Колеганов.

Район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы был ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы.

- Гимназия уҡыусылары өсөн заманса һәм бик уңайлы территория булдырылды, - тине Дамир Радик улы. – “Үҫеш нөктәһе” балаларҙың яратҡан үҙәгенә әйләнер, тип ышанам.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Т. Солтанғолов, мәғариф бүлеге етәксеһе З. Ә. Чупова ла ихлас теләктәрен белдерҙе. Артабан сарала ҡатнашыусылар “Йәш ҡотҡарыусы”, “Проект эшмәкәрлеге”, “Скретч – программалаштырыу”, “3D – моделләштереү”, “Мультимедиа студияһы”, Шахматтар”, “Механик конструкциялау нигеҙҙәре”, “Гимназия ТВ” берекмәләре эше менән танышты.

Гимназия укҡытыусылары технология, информатика һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәре һәм дәрестән тыш саралар өсөн ҡаралған технологик синыфтарҙың мөмкинлеген күрһәтте. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм проект эшмәкәрлеге кабинетында 11-се “б” синыфы уҡыусылары манекен-тренажерҙарҙа тәүге ярҙам күрһәтеү күнекмәләрен үткәрҙе, йөрәккә массаж һәм үпкәләргә яһалма тын алдырыу алымын күрһәтте. Шахмат ҡунаҡханаһында интеллектуалдар көс һынашты. Информатика бүлмәһендә 3D-моделләштереү, шулай уҡ йәнһүрәт төшөрөү процесы буйынса оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде.

Айгөл ҒӘЛИМУЛЛИНА.

Читайте нас: