Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Октябрь 2020, 12:44

Сүп-сарҙы айырып йыйыуға ауыл мәктәптәре лә ҡушыла

Республиканың белем биреү учреждениеларында сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса проектта Башҡортостандың ҡала һәм райондарында урынлашҡан 250 мәктәп ҡатнаша. Ошо көндәрҙә уларҙа 400 яңы контейнер урынлаштырылды.

Яңы башланғысты тормошҡа ашырыуҙа БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән бер рәттән Республика балалар экология-биология үҙәге лә туранан-тура ҡатнаша. Әлегә бындай контейнерҙар Ағиҙел, Межгорье, Нефтекама, Өфө ҡалалары һәм баш ҡалаға яҡын бер нисә район үҙәге мәктәптәренә ҡуйылды.

Быйыл ҡалаларҙағы һәм район үҙәктәрендәге мәктәптәргә сүп-сарҙы айырып йыйыуға тәғәйенләнгән контейнерҙар урынлаштырыу өсөн төбәк бюджетынан аҡса бүленде. Ауыл мәктәптәре бындай контейнерҙар менән киләһе йылда тәьмин ителәсәк.

Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева был башланғыстың республика өсөн мөһим әһәмиәткә эйә булыуын, экологияға бәйле мәҙәниәтте һәм үҙаңды бала саҡтан тәрбиәләү зарурлығы хаҡында әйтеп үтте. “Беҙ экология дәрестәре уҙғарыу өсөн сүп-сарҙы айырып йыйыу темаһына арналған методик ҡулланмалар эшләнек. Улар ярҙамында балалар көндәлек тормошта кәрәкле ғәҙәттәргә эйә буласаҡ, шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырырға өйрәнеп, уларға ябай сүп-сар итеп түгел, эшкәртеүгә яраҡлы сеймал итеп ҡарарға өйрәнәсәк”, - тип билдәләне үҙәк директоры.

Бөгөнгө заман шарттарында тәбиғи ресурстар менән һаҡсыл эш итергә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын дөрөҫ тупларға өйрәтеү көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Башҡортостанда был эштең мәктәптә үк башланыуы, әлбиттә, маҡтауға лайыҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проекты ла тап шундай талаптарҙы ҡуя.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.

Читайте нас: