Республиканың иң ҙур күле һаналған Асылыкүлдең дөйөм майҙаны 23,5 квадрат километр. Шуға күрә тәбиғәт һаҡсыларына бындай эште башҡарыу өсөн арыу уҡ ҡына ваҡыт талап ителә.
“Тәбиғи парк хеҙмәткәрҙәре һәм балыҡсылыҡ инспекторы, рейдтарҙы даими үткәреп торғанлыҡтан, браконьерҙар тарафынан ҡалдырып кителгән ҡылҡыуысты шунда уҡ күреп ҡала. Ау эсендә – тиҫтәләрсә үле балыҡ. Бер нисә бөртөк тере алабуға һәм табан балығы һыуға ебәрелде.
Браконьерҙар тарафынан ҡуйылып, онотолған ауҙар ҙа осрай. Уларҙағы балыҡ үлә һәм серей башлай. Законға ҡаршы килгән бының ише балыҡ тотоу ҡорамалдары шунда уҡ алынып, һуңынан юҡ ителә”, – тип бәйән итә телеканал хәбәрсеһе.
Башҡортостан буйынса һыу биологик ресурстарын дәүләт контролендә тотоу, күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге инспекторы Константин Ламзутовты был төбәктә күптәр яҡшы белә. Ул эш башлаған мәлдә, йәғни бынан ике йыл элек, Асылыкүлдән километрҙарға тиң ау сығарыла. Балыҡсылыҡ инспекторы әйтеүенсә, хәҙер хәл бер ни тиклем яҡшырған.
Браконьерҙар ҡуйған ауҙар – Асылыкүлгә ҡағылышлы проблеманың бер генә өлөшө. Әлеге ваҡытта тәбиғәт һаҡсыларын күлдең йылдан-йыл һайығыуы ныҡ борсоуға һала. Шуға күрә улар был мәсьәләне ғилми йәмәғәтселек иғтибарына сығарған. Был хәл 2010 йылдан дауам итә. Мәҫәлән, быйылғы йәйҙә яр буйы һыҙаты алты метрға эскә шылған.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының 2019 йылғы отчеттарынан күренеүенсә, Асылыкүлдең һыуы бысрана бара. Тәбиғәт һаҡсылары уны тергеҙеү буйынса комплекслы программа кәрәклеге һәм ошо программа менән “Экология” милли проектына инеү зарурлығы тураһында белдерә. Тәбиғи парктың сафлығын һәм таҙалығын һаҡлау эше дәүләт кимәлендә алып барылырға тейеш, тигән фекерҙә экологтар.
Ысынлап та, әлеге эшмәкәрлек һәм уларҙың киләсәккә уй-ниәттәре ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Экология” милли проекты маҡсаттарына тулыһынса яуап бирә.