Был үҙенсәлекле онлайн-конференция 15 октябрҙә үтәреләсәк һәм Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөнә арналасаҡ.
Белеүебеҙсә, был байрам 2008 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан барлыҡҡа килгәйне. Уның маҡсаты – ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын тормошобоҙҙағы бар өлкәләрҙә яҡлау, уларҙың эшмәкәрлеген йәмғиәт тарафынан таныу. Ә гүзәл зат вәкилдәренең ауыл иҡтисадына, белем биреү өлкәһенә, сәнәғәтенә, башҡа тармаҡтарға һәм үҙҙәренең ғаиләләренә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Үткәреләсәк сараның маҡсаты - аграр сәнәғәт секторында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаҙаныштарын күрһәтеү һәм таныу. Конференцияның спикерҙары һәм унда ҡатнашыусылар – сағыу шәхестәр, үҙ эшенең оҫталары. Был сарала ауыл хужалығында, иҡтисадында һәм башҡа тармаҡтарҙа көс түккән һәм уңыштарға өлгәшкән бер мең ҡатын-ҡыҙҙың ҡатнашыуы көтөлә.
15 октябрҙә 16 – 19 сәғәттә ойоштороласаҡ сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Аграр сәнәғәт комплексының үҫеше” милли проекты булышлығында мөмкин буласаҡ.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.