Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Октябрь 2020, 12:07

Гранттар яңы кимәлгә күтәрелергә булышлыҡ итәсәк

Йыл башынан Әлшәйҙең дүрт фермеры дәүләт субсидиялары алды.

Былтырға тиклем гранттар эшләй башлаған фермер хужалыҡтарына ғына бирелә ине, хәҙер “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ инициативаһын хуплау” милли проектына ярашлы, үҙ эшен асырға ниәтләгән ауыл кешеләренә лә ярҙам саралары ҡарала. Буласаҡ фермерҙар өсөн тәғәйенләнгән “Агростартап” программаһында ҡатнашып, биш миллионға тиклем грант алыу мөмкинлеге бар. Әммә шул уҡ ваҡытта проектҡа 10 процентҡа тиклем үҙ аҡсаларыңды индерергә һәм кәмендә бер эш урыны булдырыу зарур. Ошо мөмкинлектән файҙаланып, беҙҙең райондан яңы эш башлаусы ике фермер дәүләт ярҙамы алды ла инде. Улар - Руслан Насиров, уның агропроекы һөт малсылығына бәйле, һәм үҫемлекселек тармағына махсуслашҡан Нәфис Нәсхетдинов.

Грантты 18 ай эсендә яңы эш асыуға бәйле мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә: ер участкаһы, ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар, мал, орлоҡ һатып алыуға, ферма, келәт, юлдар төҙөүгә, һыу һәм башҡа коммуникациялар үткәреүгә тотонорға мөмкин.

Эшләп килгән фермерҙар “Ғаилә фермаларын үҫтереү” программаһы буйынса ла ярайһы ғына ярҙам ала ала. Мәҫәлән, Әлшәй фермерҙары Денис Төхвәтшин һәм Руслан Ахунов ике миллиондан алып ун һигеҙ миллионға тиклем аҡсаға эйә булды. Әйтергә кәрәк, был ауыл эшҡыуарҙары малсылыҡ менән беренсе йыл ғына шөғөлләнмәй. Денис Төхвәтшин дәүләт ярҙамын ит малсылығын үҫтереүгә йүнәлтеп - мал һатып алыуға, ә ҡымыҙ бешеүсе Руслан Ахунов йылҡысылыҡ тарамағына – тоҡомло аттар алыуға тотонасаҡ. Эйе, дәүләт гранты фермерҙарға ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләмен күпкә арттырып, яңы кимәлгә күтәрелергә ярҙам итәсәк.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: