Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Сентябрь 2020, 11:59

“Һанлы белем биреү мөхите” федераль проекты тормошҡа ашырыла

Һанлы инструменттарҙы ҡулланыу белем биреү процесында инновацияларҙың береһе булды.

2019 йылдан М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында биш йүнәлеш буйынса “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проекты тормошҡа ашырыла, уның маҡсаты – юғары сифатлы һәм һәр кем ала алырлыҡ белем биреүҙе тәьмин итеүсе заманса һәм хәүефһеҙ һанлы белем биреү мөхите булдырыу.

Уҡыу процесын яҡшыртыу өсөн заманса йыһаздар – уҡыусылар өсөн 30 планшет, шулай уҡ уҡытыусылар һәм лицей хакимиәте өсөн ноутбуктар, ике интерактив комплекс, электрон тир һатып алынды һәм файҙаланыуға тапшырылды, уҡытыусы платформалар, ҡушымталар, электрон дәреслектәр һәм башҡалар һатып алынды.

Уҡытыусылар коллективы менән эшләү ҙур әһәмиәткә эйә. Улар өсөн квалификацияны күтәреү курстары ойошторолдо, белем биреү мөхите моделе булдырылды.

Беҙҙең лицейҙа Һаҡлыҡ банкы Хәйриә фондының “Киләсәккә вклад” “Мәктәп өсөн белем биреүҙең һанлы платформаһы” программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә эшләнгән мәктәп һанлы платформаһын үҙләштереү буйынса эш башланды. Ул мәктәп программаһының бөтә фәндәре буйынса уҡытыусы модулдәрен, шулай уҡ материалды һәм кросс-фән тикшеренеүҙәрен тәрән өйрәнеү өсөн авторлыҡ модулдәрен үҙ эсенә алған. Система уҡытыусыларға уҡыусыларҙы һөҙөмтәле уҡытыуҙы дауам итеү, ә уҡыусыларға үҙ аллы шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә.

Мәғариф ойошмаһында һанлы белем биреү мөхитен формалаштырыу көнүҙәк булып тора, сөнки мәктәп юғары үҫешкән мәғлүмәти йәмғиәттә дауам итергә әҙер сығарылыш уҡыусыһын әҙерләүҙән торған айырым бурысын үтәй.

Р. ДӘҮЛӘТКИРӘЕВА,

М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы директоры.

Читайте нас: