Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Сентябрь 2020, 11:09

Ауылдарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, ағас ултыртабыҙ

Быйыл “Йәшел Башҡортостан” һәм “Еңеү урманы” традицион акциялары республикала тәүге тапҡыр “Йәшел Рәсәй” бөтә Рәсәй экология өмәһе сиктәрендә үтә.

Ағас ултыртыу буйынса төп саралар киләһе шәмбе, 26 сентябргә ҡаралған. Был көндә республиканың муниципаль берәмектәрендә “Геройҙар аллеяһы”на нигеҙ һалынасаҡ.

“Урманды һаҡлайыҡ!” Бөтә Рәсәй акцияһы Рәсәй Тәбиғәт министрлығы һәм Урман хужалығы министрлығы ярҙамында Себер һәм Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә янғындан зыян күргән биләмәләрҙе тергеҙеү һәм урмандарҙы арттырыу маҡсатында уҙғарылғайны. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас в