Һәр ауылда иман йорто булырға тейеш. Сөнки тап мәсеттәрҙә халыҡтың рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрен нығытыу эше алып барыла. Ҡайҙа был эш тейешле кимәлгә ҡуйылған, унда эскелеккә, аҙғынлыҡҡа, түбәнселек хәленә төшөүгә урын юҡ.
Ҡармышта быға тиклем дә мәсет бар ине, әммә ул элекке колхоз ашханаһында урынлашҡан һәм барлыҡ талаптарға ла яуап бирмәй ине. Яңыһы яҡташтары, меценат, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, элек “21-се трест төҙөлөш компанияһы” йәмғиәте етәксеһе Рәйес Нуриман улы Һәүбәнов аҡсаһына төҙөлгән.
Мәсет алыҫан уҡ күренеп тора. Ул ауылдың иң матур урындарының береһендә, гүзәл Дим йылғаһы эргәһендәге тауҙа урынлашҡан. Был урын осраҡлы ғына һайланмаған. Рәйес Һәүбәнов әйтеүенсә, ул бала сағынан уҡ бик күп кеше йөрөгән яңы, ҙур һәм иркен мәсет төҙөргә хыяллана. Был идеяны уның атаһы, бик диндар кеше әйткән була. Һәм бына нисәмә тиҫтә йылдарҙан һуң улы атаһының хыялын тормошҡа ашыра. Иман йорто төҙөтә һәм уға атаһы хөрмәтенә “Нур-Иман” тип исем бирә.
Байрамда яҡташыбыҙ район, ауыл биләмәһе етәкселегенә, ауылдаштарына һәм ошо изге эштә ҡатнашҡан һәм уны бойомға ашырыуҙа ярҙам иткән бөтә кешеләргә рәхмәт белдерҙе. Рәйес Нуриман улы шулай уҡ киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты. Был, иң элек, мәсет территорияһында урынлашҡан бинаны төҙөп бөтөрөү, унда ашхана буласаҡ, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтары хөрмәтенә ошо хозур ерҙә стела ҡуйыу.
Сараның тантаналы өлөшө Ҡөрьән уҡыуҙан башланды. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты имам-ахундары Рөстәм Әбүшахмин һәм Мәүлетдин Мостазәпов, Әлшәй районы имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәт Йосопов ҡармыштарҙың һәм тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәрҙең оҙаҡ көтөлгән шатлығын уртаҡлашты һәм ошо мөһим ваҡиға менән тәбрикләне.
Имам-ахун Рөстәм Хәким улы Әбушахмин диндарҙарҙы традицион ислам ҡанундарын күҙәтергә саҡырҙы, ошо яңы, матур һәм күркәм мәсеттең ишеге һәр ваҡыт асыҡ булһын, намаҙҙар уҡылһын, дини байрамдар һәм йолалар үткәрелһен һәм, әлбиттә, мохтаждарға ярҙам күрһәтелһен, тигән теләк белдерҙе. Сығышы аҙағында ул меценат Р. Н. Һәүбәновҡа Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты миҙалын тапшырҙы.
Ал таҫма киҫелде, йола буйынса бүләктәр тапшырылы һәм мәсеттә байрам намаҙы уҡылды.
Айгөл ҒӘЛИМУЛЛИНА.