Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән “Рәсәй урман һаҡлау үҙәге” федераль бюджет учреждениеһы директоры Виталий Аҡбирҙин ҡатнашлығында уҙған эшлекле осрашыуҙа ошо мәсьәләгә лә туҡталдылар.
Сарала Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, республика Хөкүмәтенең Агросәнәғәт комплексы һәм тәбиғәттән файҙаланыу департаментының экология, тәбиғәттән файҙаланыу һәм урман хужалығы бүлеге мөдире Айбулат Ғәйнуллин, “Рәсәй урман һаҡлау үҙәге”нең филиалы – “Башҡортостан Республикаһының урман һаҡлау үҙәге” директоры Артур Мифтахов ҡатнашты.
Осрашыуҙа республика урман фондында ҡоротҡостарҙың таралыуына бәйле хәл, уларҙың һанын бөтөрөү буйынса саралар һәм санитар-һауыҡтырыу саралары үткәргәндә килеп тыуған мәсьәләләр тураһында һүҙ барҙы.
– Иң мөһиме – урман ҡоротҡостары менән һөҙөмтәле көрәште дөрөҫ ойоштороу. Бының өсөн республикала беҙҙең учреждениеның филиалы, тармаҡ министрлығы, тәжрибәле кадрҙар һәм белгестәр бар. Күреүемсә, республика Хөкүмәте Башҡортостан урмандары һау һәм сифатлы булһын өсөн тырыша. Ә федераль үҙәк был эште финанслауҙа ярҙам итергә әҙер, – тип билдәләне Виталий Аҡбирҙин.
– Урманға зыян килтереүселәр етерлек, был климат шарттары менән дә бәйле, ә һуңғы ике йылда һауа торошо уларҙың Башҡортостан урмандарында таралыуы өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Виталий Викторович республикаға был мәсьәләләрҙе тикшерергә һәм хәл итергә килде, – тине Марат Шәрәфетдинов.
Республиканың урман хужалығы министры белдереүенсә, 1 октябргә тиклем урман патологияһы хәленә мониторинг үткәреләсәк. Уның һөҙөмтәһе буйынса Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла урмансылыҡтарында урман яҡлау сараларын үткәреү буйынса документтар әҙерләп, проекттарын “Рәсәй урман һаҡлау үҙәге”нән урман ҡоротҡостарын юҡ итеү өсөн тейешле аҡса юллау өсөн яҡлаясаҡтар.
Былтыр республикала 116,5 мең гектар майҙанда парһыҙ ебәк күбәләгенең сығанаҡтары асыҡланған, шул иҫәптән Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла һәм Туймазы урмансылыҡтарында.
Республиканың Урман хужалығы министрлығы Башҡортостан урмансылыҡтары биләмәләрендә парһыҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы тороу сараларын үткәреү буйынса тәҡдимдәр әҙерләгән. “Рәсәй урман һаҡлау үҙәге”нең тәҡдиме менән Рәсәй урман хужалығы Ейәнсура урмансылығында урынлашҡан иң ҙур сығанаҡты – 10,1 мең гектарҙы эшкәртеү буйынса сараларҙы раҫланы. Майҙа был урмандар эшкәртелде, күрелгән саралар һөҙөмтәлелеге 84,6 процент тәшкил иткән, норматив буйынса - 75 процент. Бынан тыш, Өфө урмансылығы биләмәһендә 8,3 гектар майҙанда әүҙемләшкән алтын ҡуңыҙға ҡаршы күрелгән саралар һөҙөмтәлелеге 92,6 процент булған.
Урман һаҡлау сараларының үткәрелмәүе йәки ваҡытында ойошторолмауы йүкә, имән, ҡайын ағастарының күпләп ҡырылыуына килтереүе ихтимал, шулай уҡ янғын хәүефен дә арттыра, сығанаҡтарҙың башҡа райондарға таралыуына килтерә, урмандарҙың санитар торошоноң һәм экологик хәлдең насарайыуына булышлыҡ итә. Ошондай ҡоротҡос бөжәктәр сығанағы һәм урман үҫентеләренең үлеүе 1970 йылдан 1980 йылға тиклем күҙәтелгән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Urmandar-a-nind-y-h-ef-yanay-441979/
Фото:ufimnivy.rbsmi.ru
Автор: Рәмилә Мусина