Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Сентябрь 2020, 11:10

“Экология” милли проекты сиктәрендә

Башҡортостанда 7200 гектар майҙанда урманды тергеҙеү эштәре башҡарылған. Был турала Урман хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе Альберт Закиров хәбәр итте.

Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу тулы кимәлдә алып барыла.

Августың һуңғы көнөнә ҡарата 7200 гектар майҙанда урманды тергеҙеү эштәре башҡарылған. Был планлаштырылған күләмдең яртыһын тәшкил итә.

Бынан тыш республика ағас ултыртыу буйынса бөтә Рәсәй акцияларында әүҙем ҡатнаша. Быйыл күп кеше ҡатнашлығындағы тәүге сара сентябрь-октябрь айҙарында үтәсәк.

Урман хужалығы министрлығы хәтергә төшөрә: 22 июндән алып республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә. 1 марттан алып 31 авгусҡа тиклем ерҙәрҙең бөтә категорияларында 18,1 мең гектарҙа 697 термонөктә теркәлгән, уларҙың 122-һе урман янғыны булараҡ танылған.

Ведомство республика кешеләрен урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәргә саҡыра. Урман янғыны күреп ҡалған осраҡта тиҙ арала урман һағының берҙәм телефонына 8 (800) 100-94-00 йәки министрлыҡтың диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 шылтыратырға кәрәк.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: