Башҡортостанда әлеге ваҡытта ҡала һәм район үҙәктәренең 150 мәктәбе сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн өсөн 200 комплект бак алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Экология министрлығынан. Проекттың операторы – Республика балалар экология-биология үҙәге.
Сентябрь аҙағына хәтлем республиканың төньяҡ-көнбайышындағы һәм төньяҡ-көнсығышындағы ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә 250 мәктәпкә 599 комплект тапшырыла.
Бөгөнгә Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлебаш, Туймазы, Учалы, Фёдоровка, Хәйбулла райондары, Күмертау, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары мәктәптәре контейнерҙар алды.
Икенсе этап: 2021 йылда 1389 ауыл мәктәбенә контейнерҙар ҡуйыу.
Республика бюджеты проектты тормошҡа ашырыу өсөн яҡынса 1,5 миллион һум бүлде.
Фото: Башҡортостандың Экология министрлығы