Туймазыла уны ошо йылдың аҙағында уҡ эшләтә башларға ниәтләйҙәр. Был объект йылына 100 тонна ҡалдыҡ эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Ул “Гөрһөлдәк” һәм “Шредер” исемле яңы системалар менән йыһазландырыласаҡ. Тәүгеһе сүп-сарҙан эшкәртеп була торған өлөштәрҙе – органиканы – айыра, икенсеһе ҙур үлсәмле ҡалдыҡтарҙы ваҡлай.
Дәүләкәндә төҙөләсәк комплекс йылына 40 мең тоннаға тиклем етештереүсәнлеккә иҫәпләнгән. Был ҡорамалдарҙың проект-смета документтары әле дәүләт экспертизаһы үтә.
– Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү даирәһе бөгөн ҙур үҙгәрештәр кисерә, – ти тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов. – Инвестиция йәлеп ителә, яңы технологиялар әүҙем үҙләштерелә. Төбәктә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһының үҫеше полигонға эләккән ҡалдыҡтар күләмен кәметеп кенә ҡалмаясаҡ, ә экологияны ла яҡшыртасаҡ, муниципалитеттарҙа өҫтәмә эш урындары ла булдырасаҡ.
Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.