1 сентябрҙә уҡыусылар төрлө оҫталыҡ, экологик дәрестәрҙә ҡатнашасаҡ. Улар тотонолған батарейкалар тапшыра ала. Бының өсөн мәктәптәргә махсус урналар ултыртыласаҡ. Учи.ру онлайн-платформаһында эксперттар тарафынан әҙерләнгән “Экология – ул беҙҙе уратҡан мөхит” тип аталған дәресте күрһәтеү планлаштырыла.
Сара Федераль экология операторы башланғысы менән үткәрелә. “Экология” милли проектына ярашлы, мәктәптәрҙә I һәм II класс уҡыусылары өсөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә нигеҙләнгән дәрестәр уҙғарыу ҙа ҡаралған.
Сара барышында йыйылған батарейкаларҙы махсус компаниялар аласаҡ. Мәктәп 12 һауытты тултырғас, махсус компанияға хәбәр итә, улары батарейкаларҙы алып китәсәк.
Сара 2021 йылдың майына тиклем барасаҡ.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.