Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Август 2020, 11:33

Йәш экологтар слеты

Конкурсты Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында Башҡортостан Мәғариф министрлығы, “Республика балалар экология-биология үҙәге” өҫтәмә белем биреү дәүләт учреждениеһы үткәрә.

Мәктәп урмансылыҡтары ағзаларының һәм йәш экологтарҙың слет-конкурсын үткәреү республикала йолаға әйләнгән. Быйыл йәш экологтар өсөн ботаника, гидробиология, тупраҡ тураһындағы фән, зоология (этномология һәм орнитология), мәктәп урмансылыҡтары өсөн урман тураһында фән буйынса саралар 24–28 августа үтә. Сара Башҡортостанда экологик белем алыу системаһын камиллаштырыуға, экологик үҙаңды таратыуға булышлыҡ итә.

Конкурсты Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында Башҡортостан Мәғариф министрлығы, “Республика балалар экология-биология үҙәге” өҫтәмә белем биреү дәүләт учреждениеһы үткәрә.

– Йыл һайын беҙҙең балалар район, республика һәм Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, халыҡ-ара олимпиадаларҙа һәм конференцияларҙа, слеттарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнаша. Улар етди һынауҙар аша үтә, әммә был уларҙы ҡурҡытмай. Тәрән белемдәре уларға иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә булышлыҡ итә. Быйыл пандемияға бәйле балалар сарала ситтән тороп ҡатнаша һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләр, ҡаҙаныштар күрһәтә аласаҡ, – тип уртаҡлашты Республика балалар эколого-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева.

Бынан тыш, слетта 2019 йыл һөҙөмтәһе буйынса “Иң яҡшы мәктәп урмансылығы” смотр-конкурсында еңеүсе мәктәп урмансылығы командаһы ла ҡатнаша.

Сарала ҡатнашыусыларға төрлө номинация буйынса яҙма мәсьәләләр тәҡдим ителәсәк. Эштәрҙе юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары баһалаясаҡ. Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән йәш экологтар командалары XXVIII Республика слетында – 2021 йылда уҙасаҡ йәш экологтар һәм мәктәп урмансылыҡтары конкурсында һайлау турынан тыш ҡатнашыу хоҡуғын ала.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, ошондай саралар уҙғарыу республикала йәшәгәндәрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға, халыҡтың экологик мәҙәниәтен арттырыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам итә, шулай уҡ “Экология” милли проекты маҡсаттарына тулыһынса тура килә.

Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.

Читайте нас: