Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Август 2020, 13:14

Санитар авиация ярҙамға килә

Башҡортостанда санитар авиацияһын үҫтереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Ансат вертолеты нимәһе менән айырыла? Беренсенән, ул тулыһынса тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, икенсенән, уның ярҙамында ауырыуҙы тиҙ эвакуацияларға мөмкин, өсөнсөнән, вертолетта уҡ реанимация сараларын үткәреү ҡаралған. Тимәк, республика халҡына махсус, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеп буласаҡ. Башҡортостанда санитар авиацияһын үҫтереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Санавиацияның төп маҡсаты – тәүге һәм ашығыс махсуслаштырылған медицина ярҙамын күрһәткәндә оператив рәүештә ҡарар ҡабул итеү, үлем кимәлен кәметеү. Санитар авиация үҫеше стратегияһына ярашлы, республикала һигеҙ вертолет майҙаны булдырыласаҡ. Улар Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары һәм Асҡын, Мәсәғүт ауылдарының медицина ойошмаларынан алыҫ булмаясаҡ. Тағы ла алты майҙан баш ҡалала урынлашасаҡ. Шулай итеп, санитар авиация ярҙамында 2020 - 2024 йылдарҙа өҫтәмә рәүештә кәм тигәндә 465 осош яһаласаҡ.
Читайте нас: