Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Август 2020, 11:34

Квадракоптерҙар урман янғынын күҙәтәсәк

Был аппараттар утыҙ минут дауамында осоуға көйләнгән. Бер осҡанда ете километр ара үтә. Ҡеүәте бөтә башлаһа, кире осоролған урынына әйләнеп ҡайта.

Быйыл республикала урман янғындарына бәйле хәл киҫкен булды. Йыл башынан алып 119 янғын теркәлгән. Шуның яртыһынан күбеһе йәшен арҡаһында сыҡҡан. Белгестәр билдәләүенсә, тәүге янғындар тау һырттарында барлыҡҡа килгән. Тау-таш араһына техника ярҙамында үтеп булмаған осраҡта дрондар ҙур ярҙам күрһәтәсәк. Янғын башланған тәүге сәғәттәр белгестәргә уның йүнәлешен, майҙанын һәм көсөн билдәләү өсөн бик мөһим. Шундай осраҡта кешеләрҙе хәүеф аҫтына ҡуймайынса осоусы аппаратты ебәреү иң уңайлыһы.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы заманса ҡорамалдарҙы “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк программаһына ярашлы алған.

Урманды янғындарҙан һаҡлау үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов билдәләүенсә, янғындарҙы тиҙ һүндереү һәм уларҙың таралауына ирек ҡуймау туранан-тура заманса техника һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылыуға бәйле.

- Әлеге квадракоптерҙар ярҙамында белгестәр янғын урынына үтеп инеп, артабан ниндәй саралар күрергә кәрәклеген тиҙ арала билдәләй һәм эш башлай. Беҙҙең ҡарамаҡта әлегә өс аппарат бар ине. Улар үҙен аҡланы һәм янғын ваҡыттында үҙҙәрен һәйбәт яҡтан ғына күрһәтте. Шуға бындай ҡорамалдарҙың һаны артыуы ҡыуандыра. Бынан тыш улар ярҙамында законһыҙ урман киҫеүселәрҙе лә табырға буласаҡ, - ти Айрат Йосопов.

Урал Риянов – осоусы-күҙәтеүсе. Һауанан республика урмандарындағы хәлде күҙәтә һәм оператив штабҡа мәғлүмәт бирә. Квадрокоптерҙарҙың кәрәклелеген ул да билдәләй.

- Был аппараттар утыҙ минут дауамында осоуға көйләнгән. Бер осҡанда ете километр ара үтә. Ҡеүәте бөтә башлаһа, кире осоролған урынына әйләнеп ҡайта. Дрон беҙҙең хеҙмәтте күпкә еңелләштерәсәк, - ти ул.

Читайте нас: