Ғаризалар Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡтың Халыҡ кәсептәре, һөнәрселек, ауыл һәм экологик туризм үҙәгендә ҡабул ителә.
Сараның маҡсаты – ташҡа биҙәк төшөрөүселәр сәнғәтенең үҫешенә булышлыҡ итеү һәм уны популярлаштырыу. Әйткәндәй, был конкурс ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектына ярашлы үткәреләсәк.
Ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр, ғөмүмән, ташҡа биҙәк төшөрөүселәр был сарала үҙен һынап ҡарай ала. Еңеүселәр “Классик һәм заманса ташҡа биҙәк төшөрөү сәнғәте”, “Ташҡа биҙәк төшөрөүҙә яңылыҡтар”, “Сувенирҙар”, “Интерьер һәм көнкүреш өсөн кәрәк-яраҡтар” һәм “Йәш ташҡа биҙәк төшөрөүсе” номинациялары буйынса билдәләнәсәк. Ғаризалар 14 сентябргә тиклем ҡабул ителә.