… Күп йылдар элек гүзәл Дим йылғаһы үҙәнендә боронғо башҡорт ырыуҙарының береһе – мең ырыуы килеп төпләнгән, уларҙың төп ҡоралы йәйә һәм уҡ булған. Әлшәй ырыуы башлығы – Салауат Юлаевтың көрәштәше, Емельян Пугачевтың крәҫтиән хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы исеменән, уны батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн халыҡ араһында Әлшәй Мәргән тип йөрөткәндәр, районыбыҙға, шулай уҡ 1765 йылда нигеҙ һалынған ауылыбыҙға ла уның хөрмәтенә ошо исем бирелә…
Күп милләтле республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың милли традицияларын, көнкүреш үҙенсәлектәрен һәм мәҙәниәтен тергеҙергә «Мәргән уҡсының 7 ырыуы» проектын ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының традицион атта сабып барғанда йәйәнән уҡ атыуҙы үҫтереү буйынса «Мәргән уҡсы» автономиялы коммерция булмаған ойошма - Рәсәй Президенты гранты еңеүселәре тотондо, улар Башҡортостандың ете районында традицион йәйәнән атыуға өйрәтеү буйынса семинарҙар үткәрҙе. Хәрәкәткә нигеҙ һалыусы Юлай Ғәлиуллин һәм уның улы Тамерлан беҙҙең районда ла булып китте.
Район хакимиәте ярҙамында Пионерҙар йортонда үткән семинарҙа Юлай Рәфҡәт улы ҡатнашыусыларға «Мәргән уҡсы» хәрәкәте, үткәрелгән фестивалдәр, башҡорттарҙың традицион ир-егеттәр кейеме тураһында һөйләне, атыу ҡағиҙәләре һәм ысулдары менән таныштырҙы. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса инструктаждан һуң, спорт майҙансығында йәйәнән атыу уҙҙы. Йәйәләр, уҡтар, уҡ тотҡарлаусы ҡалҡандар - изолонблоктар Пионерҙар йортона, йәш үҫмерҙәр, уҡыусылар араһында этно-спорттың был яңы төрөн популярлаштырыу маҡсатынан, бында «Меңлеләр» исемле клуб төҙөү өсөн тапшырылды.
- Меңлеләр ырыуы көнбайыш Башҡортостан территорияһына Сыңғыҙхандың XIII быуат башында көнбайышҡа табан яулап алыу походтары ваҡытында килә. Меңлеләр башҡорт халҡы тормошондағы барлыҡ тарихи ваҡиғаларҙа ла әүҙем 3атнаша. Уларҙың төп ҡоралы уҡ һәм йәйә була. Тап һыбайлылары донъя тарихында һуңғы тапҡыр 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм 1813-1814 йылдарҙа рус армияһының сит ил походтары ваҡытында йәйә ҡулланғандар. Йәйәне оҫта ҡуллана белгәндәре өсөн уларҙы «төньяҡ амурҙары» тип атағандар ҙа инде, - ти Пионерҙар йорто музейын һаҡлаусы Зилә Зәкәриә ҡыҙы Йәлилова.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, «Мәргән уҡсының 7 ырыуы» проектының маҡсаты - тамашалы саралар, төрлө ярыштар уҙҙырыу өсөн иң яҡшы уҡсылар клубы булдырыу, йәштәрҙе даими рәүештә спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын өйрәнеү генә түгел, 2021 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә әҙерлек тә.
.… Йылдар һәм быуаттар тарих төпкөлөнә китер, ваҡыт аҡрынлап үткән ваҡиғаларҙы хәтерҙән сығарыр, әммә боронғо риүәйәттәр, легендалар һаман йәшәр һәм Әлшәйҙең яңы быуындарында үҙ дауамын табыр.